Республикала коронавирус яңы антирекорд ҡуйҙы

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 4 мең 105 кеше “ковид”  йоҡторған, 19 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, 172 мең самаһы кеше коронавирус менән зарарланған. Әле стационарҙарҙа 341 пациент ята, уларҙың 39 ауыр хәлдә. 26 меңгә яҡын сирле өй шарттарында дауалана. Һуңғы тәүлектә 10 мең кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 280 меңгә яҡынлаша. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн привикаланырға тейешле халыҡтың 92 проценты.

Фото №1 - Республикала коронавирус яңы антирекорд ҡуйҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ