Ислам дәүләтендә 9 йылдан ашыу дауам иткән хәрби бәрелештәрҙә илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалта, улар араһында Башҡортостан егеттәре лә бар. Өфөлә Афғанстан һәм Төньяҡ Кавказда һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мемориал комплекс ҡуйылған, ул ҡайғылы әсәне һынландыра.
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Афған һуғышы ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәйкәлгә сәскә һалды, локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Яугирҙарҙың хәтирәләрен БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла уртаҡлашты.
18 йәштә генә ут эсенә барып ингән егеттәр хәҙер 6-сы тиҫтәһен ҡыуа. Әммә йылдар үтһә лә афған хәтирәләре онотолмай. Ул күңелгә дары еҫе менән һеңгән, ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған, әсәләрҙең күҙ йәше булып тулған.
Башҡортостандан афған һуғышында 14 меңдән ашыу һалдат һәм офицер ҡатнаша, уларҙың 300-ҙән ашыуы цинк табуттарҙа ҡайта. Яугир-интернационалистар әйтеүенсә, тере ҡалғандарҙың сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Утлы йылдар эҙһеҙ үтмәй.
Тарихи дата айҡанлы был көндә белем усаҡтарында, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубтарында батырлыҡ темаһына дәрестәр уҙа, локаль һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр ойошторола, фильмдар күрһәтелә. Яугир-интернационалистар әйтеүенсә, әлеге заманда патриотик тәрбиә биреү бик мөһим.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, яугир-интернационалистар – ысын ир-егеттәр һәм дәүләттең ныҡлы терәге. Мин уларға оло ихтирам менән ҡарайым, тине Радий Фәрит улы.
Тағы ла шуны билдәләү мөһим, яу ҙа һыналған дуҫлыҡ йылдар үтһә лә өҙөлмәй. Афған ветерандары бөгөн дә тығыҙ аралашып йәшәй. Уларҙың үҙ йәмәғәт ойошмаһы бар. Яугир-интернационалистар бәләгә тарыған дуҫтарына ла, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, ата-әсәләренә ярҙам итә.
Рәмзиә Кәримова







