Өфөлә Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та ҡәнәфер сәскәләренә күмелде

Баш ҡаланың көньяҡ зыяратында Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та ҡәнәфер сәскәләренә күмелде. Ленин районы хакимиәте ойошторған хәтер сараһында республиканың төрлө район-ҡалаларынан локаль бәрелештәр ветерандары ҡатнашты.

Улар бер минут тынлыҡ менән һуғыш ҡорбандарын иҫкә алды, Ватан алдындағы бурысты үтәгән осорҙағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара аҙағында осрашыуға килгән яугир-интернационалистар һәйкәл янынан тигеҙ марш менән үтте.

Фото №1 - Өфөлә Афған һәм Чечен һуғышы хәрбиҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск та ҡәнәфер сәскәләренә күмелде

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ