Хәрби-десант ғәскәрҙәренә эләккән физик әҙерлекле егеттәр ауыр шарттарҙа, ҡурғаш һәм фугас пулялары, миналар шартлауы аҫтында хәрби бурысын үтәй. Был шанлы йылдарҙан һуң 33 йыл ваҡыт үткән.
Иглин районында ҡыҙыу нөктәләрҙә Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән ҡаһармандар онотолмай. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә шайбалы хоккей буйынса турнир ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Афғанстандан хәрби ғәскәрҙәрҙе сығарыу көнө алдынан район үҙәгендә 13 йыл lдауамында шайбалы хоккей буйынса Иглин районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары кубогына ярыштар ойошторола. Мәктәптәрҙә йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү өлкәһендә класс сәғәттәре, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Спорт сараларында сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсаты ҡуйыла.
Тәүгеләрҙән булып боҙға Иглиндең «33 Легион» һәм Өфөнөң «Ҡарсығалар» клубы командалары сыҡты. Иҫәпте «Ҡарсығалар» асты. Тәүге ике тайм тигеҙ барҙы, ә өсөнсөһөндә «Ҡарсығалар» 5:8 иҫәбе менән ышаныслы еңеү яуланы. Турнир һөҙөмтәләре буйынса Иглин районы хәрби ветерандар кубогы еңеүсеһе Таутөмән ауылы командаһы, икенсе урынды Өфөнөң Калинин районынан «Ҡарсығалар» , өсөнсө урында Иглин районының «33-сө Легион»командалары яуланы.
Башҡортостандан ғына Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә 335 егеттең ғүмере өҙөлә.15 февралдә Афғанстандан хәрби ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙың 33 йыллығы уңайынан Иглин ауылының Еңеү паркында ҡыҙыу нөктәләрҙә баштарын һалған хәрбиҙәр обелискына сәскәләр һалыу сараһы һәм тантаналы митинг ойоштороласаҡ.
Гүзәл Борханова




