Уҙған тәүлектә хәүефле сир 3 мең 954 осраҡта раҫланған. Стационарҙа 336 пациент ҡала, уларҙың 32-һе ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына эләгеүселәр юҡ. Амбулатор шарттарҙа 26 мең самаһы кеше дауалана.
Тәүлек эсендә уларҙың мең ярымдан ашыуы һауыҡҡан. Коронавирустан 19 үлем осрағы теркәлгән. Ауырыу ҡорбандарының дөйөм һаны 5 меңгә яҡынлай. Вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә 10 меңдән ашыу замандашыбыҙ привика эшләткән. Вакциналауҙы 2 миллион 271 меңдән кеше тулыһынса тамамлаған.
Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн привика ҡаҙатырға тейешле халыҡтың яҡында 91 ярым проценты. Башҡортостанға барлығы 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.




