Затон ҡулсаһында транспорт хәрәкәте үҙгәрҙе

Хәҙер Галле округы урамынан төшөп килгән автомобилдәргә уңға ғына китергә ярай. Пархоменко урамына боролоу ҡағиҙә боҙоу һанала. Артабан нисек һәм ҡайҙа хәрәкәт итәсәкбеҙ? Яуап Айнур Кәбиров репортажында.

Унда барма, бында бор. Башҡа ҡар төшмәҫ, әммә маңлайға юл билдәһе эләгеүе ихтимал. Автомобиль маңлайына, әлбиттә. Юлсылар ҡуйып сыҡҡан яңы билдәләр водителдәр өсөн ысынлап та, күктән төшкән кеүек ҡапыл пәйҙә булды. Күк көмбәҙендә аҡ стрелкалар йүнәлеште тик Затон яғына ҡына күрһәтә. Пархоменко урамына йәки кире боролорға теләһәң кирбескә терәләһең.

Тимер юлы вокзалы яғына йүнәлеүселәргә бынан ары Зорге урамы буйлап урап йөрөргә тура киләсәк. Йәғни, ҡулсалағы транспорт хәрәкәте кәмеп башҡа урамдарға тигеҙ бүленәсәк. Уның ҡарауы Оло граждандар урамы яғынан сығыусыларға уңайлыҡтар тыуҙырыла.

Ҡулсалағы бер боролоштоң ябылыуы, әлбиттә, мәжбүри сара. Ҡапма ҡаршы килгән автомобилдәр хәрәкәте киҫелешмәһә , тығындар, авариялар ҙа кәмер, тип иҫәпләй эксперттар. Былтыр ғына был урында 21 юл-траспорт осрағы теркәлгән, тиҫтәләгән кеше йәрәхәтләнгән.

Галле урамынан төшөп килгәндә һул яҡҡҡа боролошто сикләү транспорт хәрәкәте көсөргәнешлешен кәметәсәк. Ә Пархоменко урамына Кировоград урамыннан эләгергә мөмкин. Урай буласаҡ әлбиттә, әммә тиҙерәк һәм хәүефһеҙерәк йүнәлеш. Өҫтәүенә, Делегатская урамынан сығыусы транспортҡа һул яҡҡа китеү рөхсәт ителде. Әгәр ҙә был боролоштарҙы күрмәй, йә иһә иңҡар итеп үтеүселәр Алексеевка трассаһына тиклем төшөп әйләнеп килергә мәжбүр буласаҡ.

Артур Асаев, Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы

Шулай ҙа яңы схема ғүмерлеккә түгел. Затон ҡулсаһындағы автомобилдәр хәрәкәтендә үҙгәрештәр әлегә тик эксперименталь рәүештә ғәмәлгә инә. Тәжрибә ыңғай һөҙөмтә биргәндә, аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк. Шуға күрә юл инспекторҙары язалау түгел, башлыса иҫкәртеү, дөрөҫ юлға йүнәлтеү менән шөғөлләнәсәк. Киләсәктә иһә был урында ике кимәлле юл үткәүеле төҙөү ниәте лә ҡарала.

Фото №1 - Затон ҡулсаһында транспорт хәрәкәте үҙгәрҙе

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ