Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күпер янында ла бөгөн яңы юл билдәләре урынлаштырыла башланы

Ҡоролма аша транспорт хәрәкәте 1 марттан сикләнә. Билдәләр иһә водителдәр күнегә торһон өсөн алдан ҡуйыла. Был үҙгәрештәр ҙә мәжбүри сара, сөнки күпер кисекмәҫтән ремонт талап итә.

Иҫке күпер ябылыу менән былтыр ғына сафҡа индерелгән ҡоролмала ҡаланан сығыу өсөн дүрт һыҙат ҡаласаҡ. 1991 йылда төҙөлгәненнә сығыу өсөн тағы бер һәм реверслы һыҙат эшләйбеҙ. Йәмғеһе ун һыҙат файҙаланыуҙа була. Транспорт тығындары булмаҫ тип өмөтләнәбеҙ.

Евгений Кулешов, Өфөнөң төҙөлөш, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе
Фото №1 - Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күпер янында ла бөгөн яңы юл билдәләре урынлаштырыла башланы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ