Шиғырҙы күңеле аша үткәреп, тасуири башҡарыусыларға китаптар һәм аҡсалата дәртләндереү саралары. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Ситдиҡова социаль селтәрҙәр аша шиғриәт бәйгеһе ойоштороп, яңы таланттар асты.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә конкурсҡа ярты меңгә яҡын заявка ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең сығыштары, авторҙың кисерештәре БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән репортажда
Әбйәлил районы Рысҡужа мәктәбенең 1-се класс уҡыусылары Гүзәл Ситдиҡованың «Мин – башҡорт!» тип исемләнгән шиғырын тасуири һөйләп, социаль селтәрҙә иғлан ителгән конкурста беренсе урын яуланы. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған шиғриәт бәйгеһен әҙибә шәхсән үҙе ғинуар айында иғлан иткәйне. Күләмле сараны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ла күтәреп алды.
Ҡатнашыусылар араһында милли кейемдәрҙә, биҙәүестәрҙә сығыш яһаусылар күп булды. Уларҙың видеояҙмалары хазинаға торошло. «Рухлы быуын үҫеп килә», – тип ҡыуана шиғырҙар авторы ла.
Иң бәләкәй ҡатнашыусыға ни бары ике йәш тә туғыҙ ай. Баймаҡ районынан Ғәзинур Үтәбаев шиғырҙың ике юлын яттан һөйләне. Ә инде конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң оҫта башҡарыусы тип Учалы ҡалаһынан Сәлимә Сафина танылды. Уға Гран-при бирелде
Гүзәл Ситдиҡова еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр, китаптар әҙерләгән. Шулай уҡ уңышлы сығыштар Башҡортостан Яҙыусылар союзынан грамота, сертификаттар менән билдәләнде. Танылған шағирә ижади башланғысты башҡа ҡәләмдәштәр ҙә күтәреп алыр тип ышана.
Гөлназ Хәйбуллина




