Табиптарға ярҙам ҡулы һуҙып

Әлеге ваҡытта беренсел звеноны медицина белгестәре менән тулыландырыуға студенттар һәм ординаторҙар йәлеп ителә. Башҡорт дәүләт медицина университетында өлкән курстарҙа белем алған ике меңдән ашыу, медицина колледждарынан 929 студент республиканың медицина учреждениеларында практика үтә. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Февраль башынан медицинаны һайлаған студенттар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Улар дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә, производство практикаһы үтә. Шулай уҡ студенттар колл-үҙәктәрҙә ауырыуҙар менән тура бәйләнешкә сыға, ауыр хәлдәгеләргә дарыуҙар ташый, пцр тестар алыуҙа һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итеүҙә лә ярҙамлаша. БДМУ-ның алтынсы курс студенты Айдана Амантай 13-сө ҡала клиник дауаханаһында»практика үтә. Былтыр ул өс ай дауамында «ҡыҙыл зона»ла эшләп, тәжрибә туплап өлгөргән.

Роспотребнадзорҙа – 3, Гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә – 42 студент производство практикаһы үтә. Улар араһында медицина профилактика эше факультетының биология бүлегенән буласаҡ табип-эпидемиолог Артур Зәйнуллин да бар. Ул ковид менән ауырыған пациенттар менән аралашып, гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә анамнездар йыйыу менән мәшғүл.

Медицина-профилактикалау эше факультеты студенттары өсөн телефон аша пациенттар менән аралашыу барышында иң ауыры – ауырыуҙарҙың тиҙ генә контактҡа инергә теләмәү осраҡтары. Бер-нисә тапҡыр шылтыратырға килгән осраҡтар ҙа була. Әммә анамнездар йыйғанда эҙмә-эҙлелек һәм сабырлыҡ талап ителә. Был бурыстарҙы намыҫ менән үтәүсе йәштәргә студенттар профсоюзы етәкселеге рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетынан 2000 дән ашыу студент практика үтә.Беренсе курстар башлыса республика КОВИД-ситуация үҙәгендә эшләй. Телефон аша ауырыуҙар менән аралаша. 5-6 курс студенттарының табиптарға ҡытлыҡ килеп тыуған осраҡта терапевтар, педиатрҙар, менән берлектә ауырыуҙарҙы ҡабул итергә әҙер булыуы айырыуса хәҙерге ҡатмарлы осорҙа маҡтауға лайыҡ.

Владислав Агабеков, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттарының профком рәйесе урынбаҫары

Буласаҡ табип, теорияны биш бармағылай белеүҙән тыш, һөнәри практикаһын да юғары кимәлдә үтергә тейеш. Производство практикаһы барышында студенттар үҙҙәре алдында ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәп сығырға ынтыла, беренсел һәм икенсел медицина звеноларын нығытыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Фото №1 - Табиптарға  ярҙам  ҡулы  һуҙып

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ