Уҙған тәүлектә ауырыу йоҡтороусылар һаны 4 меңде ашып китте. Пандемия башланған көндән алып сир 170 мең осраҡты уҙҙы.
Стационарҙарҙа әле 341 пациент , уларҙың 39 ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмалары буш ҡала. Амбулатор шарттарҙа 25 меңдән ашыу замандашыбыҙ дауалана, бер тәүлек эсендә 4 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. 19 яңы үлем осрағы теркәлгән, коронавирус ҡорбандарының дөйөм һаны 5 меңгә етеп килә.
Коронавирусҡа ҡаршы яһалма иммунитет булдырыу саралары ла туҡтамаған. Һуңғы тәүлектә 10 мең самаһы кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 280 меңгә яҡынлай. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 92 проценты. Башҡортостанға 3 миллион дозаға яҡын вакцина килтерелгән.




