Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Рәсәйҙең баш санитар табибының 4 февралдәге күрһәтмәһенә нигеҙләнеп, коронавирус йоҡтороусылар менән бәйләнештә булыусыларға мотлаҡ изоляция тәртибе ғәмәлдән сығарылды.
Эш биреүселәр, дәүләт һәм муниципаль власть органдарына хеҙмәткәрҙәрҙең кәмендә 50 процентын дистанцион эш режимына күсереү тәҡдим ителә.
Рафиҡ Әхмәтшин







