Өфөлә рух байрамы. Виртуоз музыкант, абруйлы ҡурайсылар бәйгеһендә дүрт тапҡыр Гран-при яулаусы, донъя кимәлендәге билдәле башҡарыусы Роберт Юлдашев «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 50 йәшлек юбилейын концерт менән билдәләне. Тамашала бейеү коллективы, йәш йырсылар сығыш яһаны. Тамашасыларҙың сағыу тәьҫораттарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина уртаҡлашты.
Данлыҡлы ҡурайсы, нисәмә быуын ҡурайсы тәрбиәләүсе остаз.. Роберт Юлдашевты коллегалары шулай тасуирлай. Этник музыкант 90-сы йылдарҙа «Аҡйондоҙ» төркөмө составында сәхнәгә сығып, бөгөн данлыҡлы «Ҡурайсы» коллективын етәкләй.
Башҡорт рухы менән һуғарылған тамашала «Сыңрау торна», «Хан ҡыҙы», «Ноғайбәк», «Урал» халыҡ көйҙәре яңғыраны. Дәрт-дарман ташып торған моңдар тамашасыны урынынан күтәрҙе, бейеп хәрәкәтләнергә мәжбүр итте. Күңелдә рух уятҡан илаһи көй, әйтерһең, ҡурайҙан түгел, виртуоздың йөрәгенән урғылды. Тамашала традицион ҡурайҙа уйнауға өҫтөнлөк бирелде.
Башҡорт халыҡ костюмдары, дәртле бейеүҙәр һәм илһамландырғыс тере музыка. Концерт программаһы тамашасы күңелендә сағыу тәьҫораттар ҡалдырып, хәтерендә оҙаҡҡа ҡаласаҡ.
Концерт программаһы үҙенсәлекле концепция менән берләштерелгән. «Илле» тип исемләнгән тамашаға ҡурайсы Роберт Юлдашев символик мәғәнә һалған.
Юбилей концертында башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға, ҡурайҙы популярлаштырыуға тос өлөш индереүсе Роберт Юлдашевҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалы тапшырылды. Киләсәктә виртуоз музыкант сит илдәргә тур ойошторорға ниәтләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина




