Башҡортостанда Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 33 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы

Иглин районының Еңеү паркында хәрби бәрелештәрҙә һәләк булыусыларға бағышланған обелиск янында тантаналы митинг ойошторолдо. 9 йылдан ашыу барған Афған һуғышында Иглин районынан ике йөҙгә яҡын ир-егет ҡатнашҡан, уларҙың өсәүһе яу яланында ятып ҡалған.

Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн алты кеше «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ булған. Урындағы халыҡ Афғанстан яуҙарында Ватан өсөн ғүмерен биргән яугирҙар иҫтәлегенә асылған мемориалға сәскә һалып, бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Ҡанлы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу саралары Мәсетле районында ла ойошторолдо. Урындағы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Афғанстан һуғышы ветерандары осрашып, экспонаттар коллекцияһын тулылындырҙы. Сара интернациональ бурысын үтәгәндә вафат булыусыларҙың ҡәберҙәренә сәскә һалыу менән тамамланды. Мәсетле районынан Афған һуғышында 90 яугир ҡатнашҡан, уларҙың өсәүһе һәләк булған.

Фото №1 - Башҡортостанда Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 33 йыл тулыуға арналған саралар уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ