Баймаҡ уҡыусылары физкультура буйынса республика олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаны

Спорт һәм көс. Баймаҡ районы уҡыусылары физкультура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында уңышлы сығыш яһаны. Физик әҙерлекле егеттәрҙең сәләмәт тормошо хаҡында киләһе яҙмала.

Спорт көслөләрҙе һәм сәмлеләрҙе ярата. Ҡаланың дүртенсе лицей уҡыусыһы Ибраһим Азаматовҡа ҡарап был һүҙҙәрҙең тап шулай икәненә ышанаһың.Уҙған йыл олимпиадала ҡатнашып сирҡаныс алған егет,быйыл үҙенә һис шикһеҙ еңергә тигән маҡсат ҡуя. ике ай дауамында тренеры Азат Сыңғыҙов менән ентекле әҙерлек алып баралар.

Баймаҡ лицей‐интернатының 11 класында белем алған Динис Йортбәковтың ғаиләһе районға спорт һөйөүсе булараҡ танылған. Ошо мөхиттә тәрбиәләнеп үҫкән егеткә физкультура дәрестәре, спорт уйындары бик еңел бирелә. Әле ул ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай өҫтәл теннисы буйынса республика ярышына әҙерләнә. Бында ла командаһы еңеү яулап ҡайтыуҙарына ышана.

Олимпиадала Башҡортостандың төрлө райондарынан барлығы 52 уҡыусы ҡатнаша. Егеттәргә гимнастика, спорт уйындары буйынса һынау тота, теоретик ‐методика һорауҙарына яуап бирә. Иң ауыры гимнастика була һәм улар был этапты уңышлы үтеүгә өлгәшә. Физкультура буйынса олимпиада ла ҡатнашыу киләсәктә егеттәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәлмә балдар ҙа бирәсәк.

Фото №1 - Баймаҡ уҡыусылары физкультура буйынса республика олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ