Аҡсаларҙың барыһы ла урланған тигәнде аңлатмай. Уларҙың күп өлөшө маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланылған, тине Радий Хәбиров финанстарҙы күҙәтеү идаралығының коллегия ултырышында сығыш яһап. Республика башлығы әйтеүенсә , контроль иҫәп палатаһы төбәк тормошоноң һәр өлкәһе үҫешендә лә мөһим роль уйнай.
Бюджет аҡсаларын күҙәтеүҙә тотоу, намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙән арыныу йәһәтенән контроль органының эше баһалап бөткөһөҙ. Беҙгә артабан да дәүләт власы һәм муниципалитеттарҙың финанс белемен камиллаштырыу мөһим, сөнки беҙҙе алда тағы ла күләмлерәк проекттар көтә, тине Радий Хәбиров.
Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе әйтеүенсә, финанстар өлкәһендәге һәр өсөнсө хоҡуҡ боҙоу бюджет формалаштырыу һәм файҙаланыуҙа теркәлә. Һуңынан бухгалтерия өлкәһендәге мутлашыуҙар һәм мөлкәт менән идара итеүҙәге етешһеҙлектәр. Иҫәпселәр республика программаларының үтәлешен, етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек эштәрҙе лә тикшерә.




