Башҡортостан Башлығы Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһы ултырышында сығыш яһаны. Ултырыш видеоконференция тәртибендә ойошторолдо. Былтыр аудиторҙар дәүләт власы органдарында 33 миллиард һумға етешһеҙлектәр асыҡлаған. Бюджетты дөрөҫ үҙләштермәү, милек менән һөҙөмтәһеҙ идара итеү, һатып алыуҙарҙа закон боҙоуҙар асыҡланған. Радий Хәбиров Контроль-иҫәп палатаһы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт аҡсаһын ҡулланыуҙа күҙәтеүҙе көсәйтергә һәм етешһеҙлектәрҙе кисектерергә ҡушты.







