Унда юбилей объекттарын төҙөү, парк һәм скверҙарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләре ҡаралды. Быйыл майҙа Спорт көрәше үҙәге, августа Евразия китапханаһы төҙөлөшө башлана. Тирмә рәүешендә булған бина Республика йорто һәм Һуғыш ветерандары госпитале араһындағы майҙансыҡта урынлаша. Өфөнөң 450 йыллығына рус драма театры, Дәүләт циркы һәм ҡурсаҡ театры реконструкциялана. Транспорт инфраструктураһы ла тәртипкә килтерелә, баш ҡаланың 16 паркы төҙөкләндерелә. Быйыл Инорста Йылыкүл биләмәһе, Сипайловола “Ҡашҡаҙан”, Черниковкала Нефть химиктары һәм Дим районында Үҙәк парктар яңыртылып файҙаланыуға тапшырыла. Радий Хәбиров төҙөлөштө һәм ремонтты ваҡытында алып барырға, халыҡҡа даими хәбәр итеп барырға ҡушты.







