Быйыл Рәсәйҙә 145 спорт объекты файҙаланыуға тапшырыла. Уларҙы төҙөү өсөн федераль үҙәктән аҡса бүленгән. Башҡортостанға ил ҡаҙнаһынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республика спорт министры Руслан Хәбибов:
Өфөлә Көрәш һәм ишеү слаломы үҙәге, шулай уҡ футбол манежы төҙөлә. Улар баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттар була. Гимнастика үҙәген быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ҡала халҡы өсөн спорт майҙансығы булдырыу ниәте бар. Руслан Хәбибов дауам итә.
Министр белдереүенсә, спорт объекттары төҙөлөшөн реаль ваҡыт режимында күҙәтергә була. Онлайн трансляция Спорт министрлығы сайтында алып барыла.







