Пекинда Ҡышҡы Олимпиада барышында шорт-тректа 5 мең метр араға эстафетала Рәсәй командаһы 4-се урын алды. Аҙаҡҡы этапта Семен Елистратов өсөнсө урындағы итальян спортсыһынан ни бары 0,009 секундҡа ғына ҡалышты. Быға тиклем яҡташыбыҙ Семен Елистратов 1 мең ярым метр араға уҙышта бронзаға лайыҡ булды.







