Башҡортостанда пандемия башланған осорҙан мәкерле инфекция ҡорбандары биш меңдән ашты

Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан тағы ла 19 кеше вафат булған.

Яңы инфекция диагноз 4 341 кешелә асыҡланған. Бөгөн стационарҙарҙа 347 кеше дауалана, уларҙың 219-ы - 60 йәштән өлкәндәр. 34 кеше ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡорамалдары буш тора. Тағы ла 26 678 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 3 297 кеше һауыҡҡан.

Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Төбәккә барлығы 2 965 558 доза вакцина килтерелгән. Прививканы барлығы 2 484 667 кешегә яһау планлаштырыла ине. Бөгөн төбәктә 2 283 087 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 92 процентҡа яҡыны. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка эшләтеү өсөн 10 321 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Башҡортостанда пандемия башланған осорҙан мәкерле инфекция ҡорбандары биш меңдән ашты

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ