Пекиндан оло тәжрибә менән!

Баш ҡалаға Олимпия уйындарында ҡатнашҡан башҡорт спортсыларының бер төркөмө ҡайтты.

Бөгөн төндә аэропортта хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында сығыш яһаған «Ағиҙел» клубы вәкилдәрен ҡаршы алдылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле ярышҡа был спорт төрө буйынса бер юлы ете яҡташыбыҙ – Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова менән Полина Лучникова һайлап алынғайны. Ҡыҙҙар сирек финалда Швейцария командаһынан еңелеп, награда өсөн көрәштән төшөп ҡалды.

Фото №1 - Пекиндан  оло  тәжрибә  менән!

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ