Республика менән идара итеү үҙәгенә юлдар ҡарҙан таҙартылмауға зарланып йыш мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ халыҡты йәмәғәт транспорты мәсьәләһе борсой. Бөгөн Башҡортостан телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуында ошо турала һүҙ барҙы. Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Урал Рисов һөйләй.







