Коронавирус йоҡтороусылар артыуын дауам итә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 4 мең 341 кеше “ковид-19” вирусын эләктергән, 19 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, 177 меңдән ашыу кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Әле стационарҙарҙа 347 пациент ята, уларҙың 34-те ауыр хәлдә. 27 меңгә яҡын сирле өй шарттарында дауалана. Һуңғы тәүлектә 10 мең самаһы кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 283 меңгә етте.

Фото №1 - Коронавирус йоҡтороусылар артыуын дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ