Башҡортостанда енәйәтселәр әүҙемлеге 6 процентҡа кәмегән

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Республика Эске эштәр министры Роман Деев белдерҙе. Ул депутаттар алдында йыллыҡ отчет менән сығыш яһаны. Роман Деев белдереүенсә, кеше талау, урлашыу осраҡтары кәмей бара. Урамдарҙа, шулай уҡ иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны аҙайған.  Рөхсәтһеҙ алкоголь һатыу менән дә көрәш алып барыла. 47 мең литрҙан ашыу суррогат һатыуҙан алынған. 5 йәшерен цех ябылған. Пленар ултырышта Республика  Башлығы  Радий  Хәбиров  ҡатнашты, һөҙөмтәле  эш өсөн тәртип  һаҡсыларына  рәхмәт белдерҙе. 

Фото №1 - Башҡортостанда енәйәтселәр әүҙемлеге 6 процентҡа кәмегән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ