Башҡортостанда енәйәтселек 6,2 процентҡа кәмегән

Был хаҡта Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев депутаттар алдында отчетында белдерҙе. Полиция генерал-лейтенаты әйтеүенсә, айырыуса йәмәғәт урындбарында теркәлгән тәртипһеҙлектәр кәмей. Быға инде республика ярҙамы менән урынлаштырылған күҙәтеү ҡорамалдары ла үҙ өлөшөн индерә.

Радий Хәбиров эске эштәр министрлығына рәхмәт белдерҙе йәмәғәт урындары, юлдарҙа тәртип урынлаштырыу маҡсатында камераларҙың артабан да күпләп ҡуйыласағын әйтеп үтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 41-се ултырышы тураһында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

300 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам. Республика етәкселеге төбәктә тәртип урынлаштырыу йәһәтенән Эске эштәр министрлығы менән берлектә эш итә. Кәңәшле эш һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Был аҡсаларға һатып алынған ҡорамалдар, техника, өҫтәмә постар булдырылыуы криминал һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы ҡырҡа кәметеү мөмкинлеге бирә.

Юлдарҙа урынлаштырылған камералар ғына бюджетты миллиард ярым һумға тулыландырыу мөмкинлеге биргән. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына республика артабан да ярҙам итәсәк. Сөнки тәртип урынлаштырыу, граждандарҙың имен тормошон, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү беҙҙең дөйөм эш, тине Радий Хәбиров.

Ҡылынған енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса депутаттар алдында Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһе сығыш яһаны. Юстицияның генерал-лейтенанты Денис Чернятьев әйтеүенсә, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә һәм быйыл оҙаҡ йылдар асыҡланмай ҡалған бик күп енәйәт эштәренә нөктә ҡуйылған.

Граждандар хоҡуғын яҡлау нигеҙҙәре артабан да камиллаша ғына. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 41-се ултырышында депутаттар халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүсе байтаҡ закон проекттарын ҡараны.

Мәҫәлән, ишле һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер участкаһы алыу талаптары ябайлаша. Халыҡ һайланыусылары фекеренсә, Рәсәй биләмәһендә йәшәү урынында рәсми теркәлеү булмауы граждандарҙың хоҡуҡтарын сикләү өсөн сәбәп түгел.

Парламент ағзалары ауыл старосталарының да вәкәләттәрен арттырмаҡсы. Ҡануниәттә халыҡ йыйындарын уҙғарыу урындарын билдәләү, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә барыһын да йәлеп итеү өсөн сараларҙы бүлеп уҙғарыу мөмкинлектәре лә бирелә. Әле был закон проекттары беренсе уҡыуҙы ғына үтте.

Фото №1 - Башҡортостанда енәйәтселек 6,2 процентҡа кәмегән

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ