Дәүләт Думаһы граждандар иҫәбенән законһыҙ рәүештә күсерелгән аҡсаны әйләнештән алыу буйынса закон проектын әҙерләй башланы.
Был турала Дәүләт Думаһының финанс баҙары мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков хәбәр итте. Тәҡдимгә ярашлы, граждандарҙың урланған аҡсаһы әйләнештән алынып, енәйәтселәрҙең иҫәбе бер айға ябылырға тейеш.
Әлеге ваҡытта аҡсаны банктар араһында күсереү процесын тик суд ҡарары буйынса ғына туҡтатырға мөмкин. Закон проекты яҙғы сессияла ҡабул ителер, тип көтөлһә лә, Үҙәк банк белгестәре яңы проектты хупламаған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021 йылда ғына мутлашыусылар 3 миллиард һумдан ашыу аҡса урлаған. Һуңғы ваҡытта аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсереү буйынса онлайн мутлашыу осраҡтары йышайған.
Рәзилә Ғиниәтуллина




