Бәйгелә ҡатнашҡан Иглин районының барлыҡ 19 ауыл советы араһында тәүге өс еңеүсе билдәләнде. Өсөнсө урынға Охлебинин, икенсегә Алаторка ауылы халҡы лайыҡ булһа, беренсе дәрәжә диплом Түбәнге Ләмәҙ ауылы вәкилдәренә тапшырылды.
Беренсе урынға лайыҡ булыусылар 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк менән баһаланды. Конкурс шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүешенә арналған мәҙәни һәм спорт саралары, акциялар ойошторған. Еңеүсе биләмәләр республика кимәлендә район данын яҡлаясаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина







