Яҡташтарыбыҙ Новосибирскиҙың «Себер» командаһы менән осраша. 6 һәм 8 мартта командалар осрашыуы Новосибирскиҙа үтә. Кәрәк тип табылған осраҡта матчтар 10, 12 һәм 14 мартҡа ла тәғәйенләнгән.
Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялары командалары араһында урындарҙы йыйылған мәрәйҙәр процентынан сығып бүлгән. Әле яҡташтарыбыҙ Көнсығыш конференцияһының 3-сө, «Себер» 6-сы урында тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Континенталь хоккей лигаһы регуляр чемпионатты хоккейсылар араһында ковид-19 вирусы менән сирләүселәр күп булғанға быйыл ғинуарҙа туҡтатҡайны.
Гөлдәриә Йосопова




