Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарҙың 96 проценты амбулатор шарттарҙа дауалана

Әле медицина учреждениеларының койка фонды 34 процентҡа буш. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин «Сәләмәтлек сәғәте»ндә билдәләүенсә, дөйөм сирлеләр һаны, шул иҫәптән киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороусыларҙың артыуы әллә ни күҙәтелмәй. Февралдең икенсе аҙнаһында ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыртыусылар 16, терапевтарҙың өйҙәргә барыуы 63 процентҡа кәмегән.

Ыңғай динамика төбәктә хәлдең тотороҡлана барыуын күрһәтә. Эксперттар яҡын киләсәктә ауырыусылар һанының кәмей башлауын күҙаллай. Әле республика етәкселеге теге йәки был сикләү сараларының кәрәклеген иғтибар менән анализлай, тине Радий Хәбиров. Киләһе дүшәмбе, оператив штаб ултырышында сикләүҙәр тураһында бер нисә мөһим ҡарар ҡабул ителәсәк.

Фото №1 - Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған пациенттарҙың 96 проценты амбулатор шарттарҙа дауалана

Илдар БАйбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ