Башҡортостан «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа тәүге өс төбәк исемлегендә

Бындай юғары күрһәткес тәү сиратта барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла системалы эш һөҙөмтәһе. Билдәле булыуынса, республика башлығы Радий Хәбиров аҙна һайын инвестиция комитеттары ултырышын уҙғара. Муниципалитеттар кимәлендә эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойошторола.

Башҡортостан проектта ҡатнашыусыларға өҫтәмә ярҙам саралары индерҙе. Атап үткәндә, уларға эксперттар ярҙамы күрһәтелә, идара итеү күнекмәләрен арттырыу һәм экспортҡа сығыу программалары буйынса уҡытыу алып барыла. Бынан тыш, предприятиеларға ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 20 миллион һум күләмендә субсидия йүнәлтелгән.

Фото №1 - Башҡортостан «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа тәүге өс төбәк исемлегендә

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ