Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә 170 мең ләлә

Был сәскәләрҙе Иглин районының Үптәй ауылында йәшәүсе Фәттәховтар ғаиләһе үҙ теплицаһында үҫтергән. Быйылғы уңыш йүнселдәр өсөн һуңғы биш йылдағы иң юғары күрһәткес. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Аҡ, ҡыҙыл, һары һәм башҡа сағыу төҫтәр. Фәттәховтар теплицаһында үҫкән ләләләрҙең төҫтәре генә түгел, сорттары ла күп төрлө. Хужалыҡта 24 төрлө ләлә үҫтерелә. Орлоҡто хужалар Голландиянан һатып ала.

Сәскә үҫтереү – Илизаның бала саҡ хыялы. Гәзиттән кескәй сағында Франциянан Рәсәйгә күсеп килеүсе ханымдың сәнәғәт күләмендә раузалар сығарыуы тураһында мәҡәлә уҡығас, сәскәселек менән шөғөл буласаҡ эшҡыуарҙың төп маҡсатына әүерелә.

Ханым тормош иптәше менән бергә тәүге теплицаһын төҙөй. Башта етештереү күләме ҙур булмаһа ла, быйыл эшҡыуарҙар рекордлы 170 мең төп ләлә сығара. Заманса теплица автоматик рәүештә көйләнгән температура режимы һәм яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған.

Йылытҡыста бөтә эштәр ҙә автоматикаға күсерелгән. Микроклиматты һаҡлап тороусы йыһаздар бар, яҡтыртыу ҡоролмалары үҙаллы һүнеп, яна. Әммә ҡул эше лә юҡ түгел.

Рөстәм Фәттәхов, эшҡыуар

Тәүлек әйләнәһенә 14 градус йылы, дымлылыҡ – 65 проценттан 70-кә тиклем. Сәскә атыусы ләлә үҫентеләре өсөн ошондай шарттар тыуҙырылған. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә тиклем ике аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалһа ла, эшҡыуарҙар сәскәләрҙе ҡырҡа башлаған да инде. Һорау юғары, ти Фәттәховтар. Гөлләмәләрҙе хужалар күпләп тә, берәмләп тә һата.

Фото №1 - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә 170 мең ләлә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ