Хуш бул, Ижадсы! Бөгөн Өфөлә билдәле композитор, баянсы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхинды һуңғы юлға оҙаттылар. “Ул янып йәшәне. Эшен һәр саҡ илһамланып, унан ләззәт алып башҡарҙы. Ғаиләһе, туғандары, дуҫтары өсөн өҙөлөп торҙо. Көслө шәхес, һәләтле ижадсыны юғалттыҡ”, - ти “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева.
Илшат Яхин оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Һуңғы ваҡытта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының музыка бүлеген етәкләне. Байтаҡ спектаклдәр өсөн көй яҙҙы. “Бер сара ла унан башҡа үтмәне. Иң мөһиме ул кешелекле булды, олоһоноа ла, кесеһенә лә ярҙам итергә тырышты”, - ти театр актеры Илгиз Таһиров.
Илшат Яхинға 48 йәш ине. Ул ижади ғаилә башлығы булды. Тормош иптәше Сулпан Асҡарова менән ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Мәрхүм Учалы районы Ҡотой ауылында ер ҡуйынына тапшырыла.







