Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында тейешле закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Депутат Гөлнур Ҡолһарина парламент ултырышында башҡортса сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, ҡанунға үҙгәреш ауыл старосталары институтын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.







