Тағы 4 504 кешегә "коронавирус" диагнозы ҡуйылған

Республикала коронавирус йоҡтороусылар 182 меңгә яҡынлаша. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә 4 мең 504 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған, 18 кеше вафат булған. Әле өй шарттарында 27 мең ярым, стационарҙа 335 кеше дауалана. Башҡортостанда прививка алырға тейешлеләрҙең 92 проценты вакцина яһатҡан. Был - 2 миллион 289 мең самаһы кеше. Әле 170 урында, шулай уҡ мобиль пункттарҙа иммунизция үтергә була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.

Фото №1 - Тағы  4 504 кешегә "коронавирус" диагнозы  ҡуйылған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ