Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техниканы килтереү буйынса контракт төҙөлгән. Быйыл республикала 12 дауахана файҙаланыуға тапшырыла, 44 фельдшер-акушер пункты асыла. Төбәк программаһы буйынса Мәсетле районы үҙәге – Оло Ыҡтамаҡ ауылында дауахана, Учалыла – хирургия бүлеге, Баймаҡта – балалар поликлиникаһы төҙөлә. Бөрө ҡалаһында майҙа балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы асылырға тейеш. Бынан тыш, яҡын арала Туймазы һәм Сибай ҡалаларында инфекцион госпиталдәр файҙаланыуға тапшырыла.




