Бөгөн урта һөнәри белем биреү буйынса республика советының беренсе ултырышы уҙҙы. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, белемле эшсе һөнәр эйәләренә ихтыяж күҙәтелә. Төбәккә инвесторҙар килә, юғары технологиялы яңы ойошмалар асыла. Шуға квалификациялы белгестәр талап ителә. Радий Хәбиров урта һөнәри уҡыу йорттарында белем биреү сифатын үҫтерергә, матди-техник базаһын нығытырға һәм предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә ҡушты.








