Уҙған тәүлектә ауырыу йоҡтороусылар һаны 4 мең ярымдан ашып китте. Пандемия башланған көндән алып сир 181 меңдән ашыу осраҡта асыҡланды. Стационарҙарҙа әле 355 пациент, уларҙың 40-ы ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаларына тоташтырылыусылар юҡ.
Амбулатор шарттарҙа 27 меңдән ашыу кеше дауалана, бер тәүлек эсендә 3 мең 700-гә яҡын кеше һауыҡҡан. 18 яңы үлем осрағы теркәлгән, коронавирус ҡорбандарының дөйөм иҫәбе 5 меңдән ашып китте. Коронавирусҡа ҡаршы яһалма иммунитет булдырыу саралары ла туҡтамаған.
Һуңғы тәүлектә 10 мең самаһы кеше прививка ҡаҙатҡан. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар 2 миллион 290 меңгә яҡынлай. Был коллектив иммунитет булдырыу өсөн прививкаланырға тейешле халыҡтың 92 проценты. Шулай уҡ 12-17 йәштәрҙәге 2 мең 880 мәктәп уҡыусыһы вакцина эшләткән.




