Оло хәстәрлек менән. «Йәш гвардия» хәрәкәте активистары Өфөләге 15 дауалау учреждениеһында ирекмәнлек эше алып бара. Йәштәр колл-үҙәктә халыҡтан шылтыратыуҙар ҡабул итә, медицина карточкаларын тултыра, битлек режимы, дезинфекция үтәлешен контролдә тота.
Бер ай элек ҡаланың 3-cө балалар поликлиникаһына ла ярҙамға волонтерҙар йәлеп ителә. Улар көн дә теркәү урынында дежурлыҡ алып бара. «Йәш гвардия»сылар билдәләүенсә, коронавирус пандемияһына бәйле һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәргә көсөргәнеш ҙур. Шуға ойошма ағзалары аҡ халатлыларға терәк булырға теләй. Бөгөн активистар медицина персоналына термопот, йылы жилеттар һәм сәй тәм-томдары ла тапшырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина







