Эш 1 мартта башланыр тип көтөлә. Баш ҡала етәкселегенән хәбәр итеүҙәренсә, тимер-бетон конструкцияларҙы алмаштырмаған хәлдә күпер аша хәрәкәт итеү хәүефле. Ул яңыртыу талап итә.
Был күпер 50 йыл файҙаланыуға иҫәпләнгән, әммә яһалма ҡоролма транспорт сараларын 65 йыл хеҙмәтләндергән. Ремонт ваҡытына күпер буйынса хәрәкәт итеү сикләнә. Ҡала хакимиәте етәкселеге водителдәргә борсолорға урын юҡ тип тынысландыра. Күләмле ремонт эштәре 2025 йылға тиклем дауам итәсәк.
Флорида Ким




