Өфө ҡала хакимиәте Өфөнөң 450 йыллығына иң яҡшы өс эмблема өлгөһөн тәҡдим итте

Бөгөн финалға сығыусыларҙың өс эше өсөн интернет тауыш биреү башланды. Теләгән һәр кем уға оҡшаған эмблема өсөн ufakonkurs450.ru сайтында тауыш бирә ала. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, эштәрҙе һайлап алыу бер нисә этапта үткән.

Жюри ҡарамағына барлығы 34 эш килгән, уларҙың 28-е конкурста ҡатнашҡан. Артабан онлайн-трансляция ваҡытында эксперт жюри һуңғы этапта тауыш биреү өсөн 3 эште һайлап алған. Тауыш биреү 24 февралдә тамамлана.

Еңеүсене – 150, 2-се һәм 3-сө урындар яулаусыларҙы 100 һәм 50-шәр мең һум аҡсалата премия менән бүләкләү ҡаралған.

Фото №1 - Өфө ҡала хакимиәте Өфөнөң 450 йыллығына иң яҡшы өс эмблема өлгөһөн тәҡдим итте

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ