Башҡортостан йәмәғәтселеге танылған композитор, баянсы Илшат Яхинды һуңғы юлға оҙатты

Хушлашыу сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Исеме республикабыҙҙың бик күп филармониялары, театрҙары, моңло йырҙар, уңышлы проекттар, спектаклдәр менән бәйле музыкант сәнғәт өлкәһенә лайыҡлы хеҙмәт итте.

Әммә үкенес... Ул бик иртә китте. Шулай ҙа ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә замандаштарына, мәҙәниәт донъяһына яҡты эҙ, яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы. Ижады, моңо аша.

Илшат Яхиндың «Дауыл» композицияһы уның моңло, халыҡсан ижадының бер сағылышы. Ул аранжировкалаған көй-моңдарҙы тәүге ноталарынан танырға мөмкин. Уның көйҙәре кемдең генә йөрәгенә үтеп инмәгән дә, ниндәй генә йырсының репертуарына инмәгән...

Илшат Ғәббәс улы – киң яҡлы моң эйәһе. Республика театрҙары спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәүгә, башҡорт кинематографияһына ла ул тос өлөш индерә. Композицияларының һәр береһе тәрән фәлсәфәле, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле булыуы менән айырыла.

Илшат Яхин менән хушлашыу сараһына шәхестең ижадын хөрмәт итеүсе моң һөйөүселәр, дуҫтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Моң һөйөүселәр уны ысын кеше, ярҙамсыл булыуы өсөн дә ихтирам итте. Илшат Яхин профессиональ артистарҙан тыш, бик күп һәүәҫкәр башҡарыусыларға ла сәнғәт донъяһына юл асҡан юғары моң эйәһе.

Илшат Яхин үҙенең ижади эшмәкәрлегенә иҫән сағында уҡ һәйкәл ҡойҙо. Республика мәҙәниәтенә бар көсөн һалып хеҙмәт итеп, башҡорт рухиәтен байытты. Башҡортостан йәмәғәтселеге шәхесте көслө алҡыштар менән һуңғы юлға оҙатты. Үҙе китһә лә мәңгелеккә моңдары ҡалды... Беҙҙең менән...

Фото №1 - Башҡортостан йәмәғәтселеге танылған композитор, баянсы Илшат Яхинды һуңғы юлға оҙатты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ