Киләһе йыл «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журнал бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылай

1923 йылдың мартында «Яңы юл» булып сыға башлаған баҫма «Октябрь», «Әҙәби Башҡортостан» исемдәре аҫтында ла донъя күрә. 1961 йылда «Ағиҙел» итеп үҙгәртелә. Ҙур дата уңайынан журнал мөхәррирәте уҡыусыларға ҡыҙыҡлы тарихи материалдар әҙерләй, яңы рубрикалар булдыра. Бөгөн ижади коллектив Башҡортостандың Яҙыусылар союзында 100 йыллыҡҡа арналған саралар планы менән таныштырҙы.

Шулай уҡ «Ағиҙел» журналы ойошторған Рауил Бикбаев, Сабир Шәрипов исемендәге ижади конкурстарға йомғаҡ та яһалды. Иң оҫта поэма һәм хикәйә яҙыусылар билдәләнде. Бүләкләү тантанаһына баҫманың «Йыл лауреаттары» ла саҡырылғайны.

Фото №1 - Киләһе йыл «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журнал бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылай

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ