Ишембай районы умартасылары власть органдары вәкилдәре менән осрашып, биләмәгә француз инвесторы килеүгә бәйле тыуған һорауҙарына яуап тапты. Урындағы халыҡ сит ил етештереүсеһе килеү менән конкуренция артып, бал продукцияһына хаҡ түбәнәйер, унан бигерәк башҡорт ҡорттары популяцияһы юҡҡа сығыр тип хәүефләнде.
Әммә чиновниктар билдәләүенсә, борсолоуҙар нигеҙһеҙ. Маҡар ауылы биләмәһендә йәшәүселәр менән осрашыуға Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов барҙы. Эшлекле һөйләшеү нигеҙендә ҡабул ителгән ҡарарҙар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ишембай районы мәҙәниәт йорто үҙе бер күсте хәтерләтә. Һөйләшеүгә йыйылыусы балсылар Маҡар урмансылығына ҡараған ун дүрт ер участкаһының француз инвесторына 12 йылға ҡуртымға тапшырылыу ихтималлығына борсолоуын белдерә. Төбәктең урман хужалығы министрлығы ҡарары буйынса, был майҙандарҙы бүлеү буйынса аукцион 5 мартта үтергә тейеш. Урындағы халыҡ инвестиция проекты буйынса умартасылыҡ менән шөғөлләнеүгә тип билдәләнгән участкаларҙың ауылдарға үтә лә яҡын урынлашыуын билдәләй.
Ике йыл элек француз компанияһы республика Инвестиция сәғәтендә яҡынса дүрт миллиард һумлыҡ проект менән сығыш яһағайны. Яңы предприятие йылына ете мең тоннаға тиклем бал алыуға иҫәп тота. Ул халыҡ-ара экспортҡа йүнәлтеләсәк. Ишембай умартасылары биләмәлә конкуренция барлыҡҡа килеүгә борсолоуын белдерҙе. Бал сығарыу күләме кәмер тип хәүефләнеүселәр ҙә бар.
Федераль ҡануниәт буйынса эшләйбеҙ. Шулай уҡ умартасылыҡ буйынса республикала ла закондар бар. Беҙ тап ошо ҡанундарға ҡарап, был участкаларҙы аукционға ҡуйғанбыҙ. Әммә закон буйынса ҡаралмаһа ла, халыҡтың фекерен һорап, шул участкаларҙы ҡуйырға тейеш инек. Артабан да шул эште алып барасаҡбыҙ.
Осрашыу барышында ер участкаларына бәйле ҡарар ҙа ҡабул ителде. Уларҙың яртыһы, ауылдарға яҡын урынлашҡан биләмәләр инвесторға бирелмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ аукционда ҡатнашып, был ерҙәрҙә хужалыҡ эштәре алып барыуға дәғүә итә ала.
Ошо маҡсатта умартасыларҙан урман биләмәләрен ҡуртымға ҡуйыу мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм дә булдырылды. Уның составына төрлө ведомство-министрлыҡтар, район хакимиәте, ауыл биләмәһе вәкилдәле, умартасылар инде. Шулай уҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр берләшергә ҡарар итте. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, әлегә Ишембай районында йылына өс йөҙ тонна ғына бал етештерелә, йәғни биләмәнең потенциалы тулыһынса ҡулланылмай, сөнки бында ун мең тоннаға тиклем продукция әҙерләргә мөмкин.
Билдәле булыуынса, һуңғы йылдарҙа Ишембай районынан тик бер умартасы ғына хужалығын үҫтереүгә грант алған. Был бик түбән күрһәткес. Шуға күрә урындағы халыҡҡа дәүләт ярҙамын алыу нескәлектәре буйынса аңлатыу эшен көсәйтеү, махсус уҡыуҙар, консультациялар ойоштороу бурысы ҡуйылды.
Инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда француз эшҡыуарҙары урта рус ҡорттарының башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлап ҡалыу, башҡорт балы брендын күтәреү буйынса эште әүҙемләштерергә ниәтләй. Маҡар ауылында халыҡ менән осрашыуҙа был турала ентекле аңлатылды.
Әйткәндәй, йыйылышҡа умартасылыҡҡа бөтөнләй мөнәсәбәте булмаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә килгәйне. Чиновниктар шунда уҡ һорауҙың сәйәсиләштереүенә ҡаршы сығып, урындағы халыҡ менән генә конструктив һөйләшеү буласағын билдәләне.
Француз инвесторына килгәндә, ул республика эсендә конкуренция булдырмаясаҡ. Барлыҡ бал продукцияһы Халыҡ-ара экспортҡа йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта татлы ризыҡтың яртыһын урындағы умартасыларҙан һатып алыу ҡаралған.
Балдың сифаты контроле буйынса лаборатория асылыуы ла алдынғы илдәр баҙарына сығыуға мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу – республика Хөкүмәтенең өҫтөнлөкле бурыстарының береһе. Милли символға иғтибарҙы көсәйтеү буйынса саралар планы әҙерләнә.
Гөлназ Хәйбуллина




