Бишбүләк районында урындағы предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре бөгөн өмәгә сыҡты. Ватанды һаҡлаусылар көн алдынан улар урамдар, парк һәм скверҙарҙы ҡарҙан таҙартты. Өмә барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Бишбүләк ауылының «Торнаҡай» балалар баҡсаһы мөдире Гөлфиә Камалетдинова бөгөн ҡулына көрәк алды. «Маҡсат – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ир-егеттәргә бүләк эшләү», – ти Гөлфиә ханым
Урындағы Еңеү паркын ҡалын ҡар ҡатламынан таҙартыуға райондың барлыҡ бюджет ойошмалары һәм муниципаль предприятиелары етәкселәре йәлеп ителде. «Ҡарлы өмә» – пандемия осоронда хеҙмәттәштәр менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу форсаты», - ти Бишбүләк ауылының 1-се мәктәбе директоры Урал Ғатауллин
Өмә барышында Еңеү паркынан тыш Бишбүләк ауылының үҙәк урамдары ҡарҙан таҙартылды.
Бәләбәй Бөгөлмә ҡалҡыулығында урынлашҡан Бишбүләк районында ел көслөрәк иҫә, бурандар йышыраҡ күҙәтелә. Ҡышҡы осорҙа яуым-төшөм төбәктә күрше райондар менән сағыштырғанда кәм тигәндә ике тапҡырға күберәк,- ти урындағы халыҡ. Быйылғы ҡар кимәлен Еңеү паркы янындағы көрт өйөмдәренән сығып баһаларға мөмкин.
Көрәк һәм ҡул көсө етмәгән урындарға ҡеүәтле техника йәлеп ителде. Бишбүләк ауылының яңы биҫтәләренең береһендә, юлға көрт һалған. Тәрән ҡарҙа машиналарға ғына түгел, хатта, йәйәүлеләргә лә үтеүе ауырлашҡан.
«Ҡарлы өмә» райондың юл хужалығы һәм коммуналь хеҙмәттәренә ҙур ярҙам булды», – ти урындағы халыҡ. Йәмәғәт урындарын таҙартыуға урам йыйыштырыусыларҙы күпләп йәлеп итеү мөмкинлеге юҡ. Райондаштар күмәкләгәндә иһә урам, парк һәм скверҙарҙы ҡалын көрттән арындырыу кенә һис кенә лә ауырлыҡ тыуҙырманы.
Рафиҡ Әхмәтшин







