Бөгөндән Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек талаптары йомшарҙы

Йәмәғәт урындарына барғанда сирҙе үткәреү, йә прививка алыу тураһында QR-код кәрәкмәй. Оператив штаб ултырышында ошо турала ҡарар ҡабул ителде. QR-код буйынса талаптың бөтөрөлөүен вакциналау планы үтәлеүе, коронавирус менән күпләп ауырығандан һуң коллектив иммунитет яҡшырыуы менән аңлаттылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров белереүенсә, талаптарҙың йомшарыуы иҡтисадҡа йоғонто яһай, айырыуса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам була. Башҡа талаптар - битлек тәртибе, биналарҙы санитар таҙартыу, социаль дистанция һаҡлау әле һаҡлана, тине Радий Хәбиров.

Фото №1 - Бөгөндән Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәүефһеҙлек талаптары йомшарҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ