"Ауыл табибы" һәм "Ауыл фельдшеры" программалары быйыл да ғәмәлгә ашырыла. Республика 60 табип һәм 36 фельдшер ошо программаға ярашлы аҡсалата ярҙам ала. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе.







