Башҡортостан Луганск менән Донецк халҡын ҡабул итергә әҙер

Бының өсөн республика Хөкүмәтендә эвакуация буйынса оператив штаб ойошторолған. Уны вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин етәкләй. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Төбәк башлығы билдәләүенсә, Луганск менән Донецк республикалары халҡы беҙгә үҙ туғаныбыҙ кеүек.

«Дуҫлығыбыҙ тарихы Бөйөк Ватан һуғышына барып тоташа. Башҡортостан уларға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер.Иң һөйөндөргәне: республика халҡы үҙе үк Донбастағы хәлгә бәйле ауырлыҡтар кисергән кешеләрҙе һыйындырырға, ярҙам итергә теләк белдерә башланы. Быға бәйле беҙҙең ситуация үҙәгенә шылтыратырға йәки әлеге пост аҫтында комментарий ҡалдырырға мөмкин», – тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Башҡортостан Луганск менән Донецк халҡын ҡабул итергә әҙер

Илдар Байбулатов

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ