Был ҡарар төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителде. Үҙгәрештәргә ярашлы, QR-кодһыҙ күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларға ла барырға мөмкин. Әммә әлеге үҙгәреш 500-ҙән күберәк кеше һыйҙырышлы ябыҡ биналарға ҡағылмай.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, QR-кодтың ғәмәлдән сығарылыуы республикала коллектив иммунитеттың тейешле кимәлгә етеүе менән аңлатыла.







