Быйыл үткән йыйылыштар һөҙөмтәһендә райондың 11 ауыл биләмәһе конкурста ҡатнашыу өсөн проект һайлау буйынса дөйөм фекергә килде. Михайловка ауылында зыяратты тәртипкә килтереү талап ителһә, Дыуанда мәктәбендә хоккей майҙансығы төҙөү мөһим.
Һикеяҙ ауылында ял паркын төҙөкләндереү, Арыйҙа урындағы мәктәпкә теген ҡоролмалары, спорт инвентары һатып алыу буйынса проекттар тәҡдим ителде. Мәсәғүт ҡасабаһы халҡы Салауат Юлаев урамында спорт майҙанын төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләгән.
Рәзилә Ғиниәтуллина







