Өмәгә өлкән быуын вәкилдәре, йәштәр ҙә, балалар ҙа ҡушылды.
Баш ҡаланың Дим районында йәшәүселәр өмәне «Әкиәт аллея» һынан башланы. 2013 йылда асылған был биләмә биҫтә халҡының яратҡан ял урыны. Майҙанда төрлө әкиәт геройҙарының һындары ҡуйылған, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған.
Әммә быйыл ҡар күп яуыу сәбәпле, аллеяға ҡалын көрт ятҡан. Шуға ла Дим районы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, актив граждандар биләмәне ҡарҙан таҙартырға хәл итә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр техника, эш ҡорамалдары менән ярҙам күрһәтә.
Өфөнөң Совет районында ла эш ҡайнай. 8 март урамында йәшәүселәр балалар майҙансығын ҡарҙан таҙарта. Өмәгә сығыусылар әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихатаны тәртиптә тота, тротуарҙар ҙа, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары ла ҡарҙан таҙартылған. Ә бына балаларҙың уйын майҙансығына техника үтә алмай.
Шуға күрә йортта йәшәүселәр биләмәне үҙҙәре таҙартырға була. Быйыл хужалар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, ихатала спорт майҙансығы төҙөргә лә ниәтләй. Район хакимиәте белгестәре әйтеүесә, был йортта берҙәм халыҡ йәшәй.
Рәмзиә Кәримова




